Закия пишет о себе
Мин Зәкиә Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова 1952 йылдың 7 майында Беренсе Этҡол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә яҡты днъяға өсөнсө ҡыҙ булып ауаз һалғанмын. Бала сағым, үҫмер йылдарым бәрәкәтле тупрағымда, йәмле Ҡышлауар буйында үтте. Биш кенә йәшемдә әсәйем Таңһылыу Хажғәле ҡыҙы береһенән-береһе бәләкәй биш ҡыҙын ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күскәс, үгәй әсәйем (әнием) Зөһрә Дауыт ҡыҙы тәрбиәһендә буй еткерҙем. Атайым Хәмзә Йомағужа улы ауыл мәктәбендә 40 йылдан ашыу математика, астрономия фәндәрен уҡытты.
1959 йылда 1-се синыфҡа уҡырға барҙым. 1969 йылда мәктәпте тамамлап, Баймаҡ һөнәрселек училишеһына уҡырға индем. Тегенсе һөнәрен үҙләштерҙем. Ауыл хужалығы техникумын ситтән тороп уҡып бөтөрҙөм. Ун туғыҙ йәшемдә тормошҡа сығып, ике балаға ғүмер биргәс , йәшләй генә һөйөшөп ҡауышҡан тормош юлдашым егерме өс йәшендә һыуға батып үлеп китте. Икенсе ирем, тағы ике бала ҡалдырып ҡырҡ йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Шулай итеп яңғыҙ дүрт баланы аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итергә тура килде. 2007 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Хәҙерге көндә мин бәхетле әсә, өләсәймен. Ун ейән-ейәнсәрҙәрем бар. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем минең өсөн өҙөлөп торалар. Хаҡлы ялға сыҡҡас, намаҙға баҫтым, ғәрәпсә уҡырға өйрәндем. Тормошом етеш, нигеҙем ныҡ, Аллаға шөкөр. Шиғырҙар яҙам, төрлө бәйгеләргә йөрөйөм, тегәм, сигәм, бәйләйем. Ғүмеремдең һәр сәғәтен файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Аллаһу тәғәлә ниндәй генә һынау ебәрһә лә һынманым, һығылманым, кеше булып ҡалырға тырыштым, балаларым һау булып, йорт-ил тыныс торһа, һаулыҡ насип итһә хоҙайым, шул еткән.
Интересы
ҡул эштәре, сигеү, тегеү, бәйләү